«

»

Янв 30 2019

Сөләймәнов Р.М. Йөрәгемдә яҙҙарым

Сөләймәнов Р.М. Йөрәгемдә яҙҙарым: шиғырҙар һәм поэмалар/ Ринат Сөләймәнов.-Өфө: Китап,2018.-160 с.: ил

«Башҡалар йөрәгенә ут ҡабыҙыр өсөн үҙең янырға кәрәк»,  тиҙәр. Ысынлап та, был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Әйтерһең дә, улар йәш шағир Ринат Сөләймәновтың  ижады хаҡында әйтелгән. Халҡына, китап уҡыусыһына әйтер фекерен, һүҙҙәрен ул шиғриәте аша еткерә. Йөрәгендә дөрләп янған ут-ялҡыны «Йөрәгемдә – яҙҙарым» исемле шиғри йыйынтығына тупланған да инде авторҙың. «Китап» нәшриәтенең «ҡыҙыу мейесе»нән генә сыҡҡан яңы баҫмала шағирҙың замана хаҡында уйланыуҙары ла, борсолоуҙары ла, киләсәккә яҡты өмөтө лә, йәшәйеш мәсьәләләре лә, тыуған яғына булған ҡайнар һөйөүе лә, үткәндәрҙе юҡһыныуы ла сағылыш тапҡан.

Книга поступила в Байгильдинскую, Новокулевскую, Павловскую сельские модельные, Новосубаевскую, Укарлинскую, Староисаевскую, Старобирючевскую сельские и центральную библиотеки