Архив по категории: Художественная краеведческая

Фев 22 2019

Урал батыр

Урал батыр:башҡ. халыҡ эпосы/[коммент. Ә. М. Сәләймәнов; тәрж. рус.теленә Ә. Х. Хәкимов; һур. Б.Ә. Хәйбуллин].-Өфө;Китап.2017.-260 с., ил.. портр

«Урал батыр» эпосы – Европа менән Азияны тоташтырып ятҡан Урал армыттарында иң боронғо дәүерҙәрҙән ғүмер кисергән башҡорт халҡының мифологик ҡараштары нигеҙендә ижад ителгән ҡабатланмаҫ ҡомартҡы ул. Әҫәрҙә донъя мәҙәниәтенә мәғлүм архаик эпостарға оҡшаш дөйөм типологик һыҙаттар һәм …

Читать далее »

Фев 20 2019

Ғайсарова-Ғиззәтуллина Г. Йәннәт һулышы

Ғайсарова-Ғиззәтуллина Г. Йәннәт һулышы: повесть/ Г.Ғайсарова-Ғиззәтуллина.-Өфө: Инеш,2011.-(Күңел сағылышы)

“Үс – ул бәхетһеҙҙәр ғәҙеллеге, үс – ул көсһөҙҙәрҙең тәҡдире” тигән халыҡ аҡылы менән башланып китә әҫәр. Халыҡ хаҡ әйтәлер ҙә ул, тик… Әгәр йәшәр өсөн үс итеүҙән башҡа сара ҡалмаһа?

Фев 04 2019

Сәсәнбаев, А.Ф. Күләүектәге болоттар

Сәсәнбаев, А.Ф. Күләүектәге болоттар [Текст]: шиғырҙар/ Айбулат Сәсәнбаев. – Өфө: Китап, 2018. – 96 бит.

16+

Был йыйынтыҡта авторҙың мәктәп йылдарынан алып бөгөнгәсә ижад ителгән шиғырҙары тупланды. Айбулаттың шиғриәтендә тәбиғәт һәм кеше мөнәсәбәте темаһы өҫтөнлөк ала. Ҡулығыҙҙағы китапта күңелегеҙгә яраҡлы юлдар таба алырһығыҙ тип ышанабыҙ.

Фев 04 2019

Сәлихова, Р.М. Күңел ҡапҡалары  

Сәлихова, Р.М. Күңел ҡапҡалары     [Текст]: шиғырҙар/ Рәсимә Сәлихова. – Өфө: Китап, 2018. – 72 бит.

            16+

         Был китапта авторҙың күңел кисерештәре, тәбиғәткә, яҡындарына булған һөйөү, тормоштағы ғәҙелһеҙлекте, кешеләрҙәге ике йөҙлөлөктө яратмау сағылған шиғырҙар тупланған.

Фев 04 2019

(без названия)

Ҡолмой, Я.Х. Һайланма әҫәрҙәр [Текст]: шиғырҙар, сонеттар, йырҙар, поэмалар/ Яҡуп Ҡолмой. – Өфө: Китап, 2018. – 336 бит.

16+

Күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән “Һайланма әҫәрҙәр” китабына шиғырҙары, сонеттары, поэмалары тупланды.

Авторҙың был әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының рухи ныҡлығы, үҙ илен, тыуған төйәген мөкиббән яратыуы, тоғролоғо асыҡ сағыла.

Фев 04 2019

Кәрим, М. Әҫәрҙәр. IX том

Кәрим, М. Әҫәрҙәр. IX том [Текст]: мәҡәләләр, сығыштар, телмәрҙәр, әңгәмәләр, монологтар /Мостай Кәрим. – Өфө: Китап, 2018. – 520 бит.

16+

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим “Әҫәрҙәр”енең IX томына авторҙың егерменсе быуаттың һуңғы йылдарында – яңы дәүер баштарында яҙылған мәҡәләләре, рус телендәге сығыштары, телмәрҙәре (1951-2004), әңгәмәләре (1967-2005), монологтары индерелде.

Фев 04 2019

Ғиззәтуллин, И.Ғ. Үлгәндән һуң утыҙ йыл

Ғиззәтуллин, И.Ғ. Үлгәндән һуң утыҙ йыл [Текст]:повесть, хикәйә / Ибраһим Ғиззәтуллин. – Өфө: Китап, 2018. – 248 бит.

16+

“Үлгәндән һуң утыҙ йыл” – күренекле башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллиндың (1918-1992) автобиографик повесы. Автор унда үҙе күргән-кисергән тетрәндергес ваҡиғаларҙы шәхси яҙмышына бәйләп һүрәтләй.

Китап авторҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителә.

Фев 04 2019

Ибраһимов, Ғ.Ғ. Кинйә Өсөнсө китап

Ибраһимов, Ғ.Ғ. Кинйә Өсөнсө китап. Бүгәсәү батша һанаты [Текст]: тарихи роман /Мостай Кәрим. – Өфө: Китап, 2018. – 640 бит.

16+

Күренекле башҡорт яҙыусыһы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимовтың был әҫәре – “Кинйә” роман-эпопеяһының аҙаҡҡы өлөшө.

Фев 04 2019

Ибрагимов, Г.Г. Кинзя. Книга первая

Ибрагимов, Г.Г. Кинзя. Книга первая. Растоптанное кочевье [Текст]: исторический роман. / Гали Ибрагимов; авториз. Перевод с башк. Р.Б.Ахмедова. – Уфа: Китап, 2018. – 584 с.

16+

В романе видного писателя широко показана жизнь башкирского народа накануне Крестьянской войны под руководством Емельяна Пугачева, о его сподвижнике Кинзе Арсланове.

Загрузить еще