« Музей открывает тайны.

“Мир Мустая Карима”…. »

Окт 21 2021

“Милли кейемдәрҙә-халыҡ тарихы”

#БашҡортТарихыЙылы#ГодБашкирскойИстории
Егерме беренсе октябрь көндө Ҡыҙылъяр район китапханаһында Ҡыҙылъяр ауылында эшләп килгән ағинәйҙәр төрҡөмө менән берлеҡтә “Милли кейемдәрҙә-халыҡ тарихы” исемле сара үтте.

Был сарала улар башҡорт милли биҙәүестәре — башҡорттарҙа матурлыҡ маҡсатында кейем-һалымды, тәнде биҙәү өсөн ҡулланылған әйберҙәр, биҙәнеү алымдары, ысулдары, йыһаздар менән танышты.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тормошонда түшелдеректең әһәмиәте, түшелдерек эшләүҙең үҙенсәлектәрен, оҫталығын өйрәнде һәм уны эшләүсе оҫталар менән танышты. Яңыкүл ауылынан килгән ағинәйҙәр төркөмөндә йөрөүсе Гәрәева Әминә Тимерғәли ҡыҙы һәм Ғимранова Флүзә Талип ҡыҙы тамбурлап сигеү һәм түшелдеректәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Милли биҙәүестәр эшләүгә бер нисә йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан,улар түшелдеректәр яһау һәм тамбурлап сигеү буйынса оҫталыҡ ҡаҙанғандар. Ҡасандыр үҙҙәре лә әсәй-өләсәйҙәренән өйрәнгән оҫталыҡтарын ағинәйҙәр хәҙер йәш быуынға тапшыра. М

илли биҙәүестәрҙе һуңғы йылдарҙа йәштәр киң ҡуллана. Улар киң һатыуҙа булмағас, ҡулдан яһап тағырға ҡала. Гүзәллек теләге иһә ҡатын-ҡыҙға ижад итеү мөмкинлектәрен аса.

Ҡул эше өлгөләре ябай биҙәүес кенә түгел, яратҡан шөғөл һәм килем сығанағына әйләнгән осраҡтар ҙа байтаҡ. Матурлыҡтың, байлыҡтыҡы кеүек сиге юҡ. Был биҙәүестәрҙе яһаусылар үҙ оҫталығын башҡалар менән уртаҡлашыуҙан ҡурҡмай.

Тәжрибә биреү дәрестәренә бары милли ҡомартҡылар ҡиммәтен нығытыу ысулы тип ҡарай улар. Ағинәйҙәр әйтеүенсә, күңел йылыһын, күҙ нурын түгеп эшләнгән әйбер бер ваҡытта ла ҡиммәтен юғалтмай.