«

»

Янв 30 2019

Беҙҙең Атнабай: шиғырҙар

Беҙҙең Атнабай: шиғырҙар, мәҡәләләр,иҫтәлектәр/[авт.-төҙ. Р.Ҡ. Әмиров; тәрж. рус теленә Н.Е. Милованов].-Өфө: Китап,2018.-188 с.;ил.-16+

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан әҙерләнгән өс телдәге йыйынтыҡҡа авторҙың шиғырҙары, ҡәләмдәштәренең мәҡәлә-иҫтәлектәре тупланды.  Йыйынтыҡты төҙөүсе автор – Рәиф Әмиров. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға, мәғрифәт-мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнә.
Тәүге бүлек – «Пәйғәмбәрҙәр булмай, тиҙәр, Шиғриәттә һин бит пәйғәмбәр» тип атала һәм унда авторҙың төрлө йылдар арауығында яҙған шиғырҙары урын алған. Шағирҙың ниндәй генә шиғырын уҡыма, ниндәй генә шиғырын ҡулыңа алып күҙ йүгертмә, уларҙың һәр береһе лә оло һөйөү, ҡайнар мөхәббәт менән һуғарылған, тыуған ергә, тыуған илгә, тыуған тупраҡҡа, донъялағы иң ғәзиз кеше – әсәгә булған яратыуҙы ул ниндәйҙер бер матурлыҡ аша күрһәтә белә, был донъяға тыуыуҙы ла ул «матурлыҡ» төшөнсәһе менән сағыштыра.

Книга поступила в Байгильдинскую, Новокулевскую,Павловскую сельские модельные, Новосубаевскую, Старокулевскую, Укарлинскую, Старобирючевскую сельские и центральную библиотеки