«

»

Янв 23 2018

Һаҡмар Л.З. Матур йәшәй белеү – батырлыҡ : шиғырҙар, поэмалар

Һаҡмар, Лилиә Зәйнулла ҡыҙы

Матур йәшәй белеү – батырлыҡ : шиғырҙар, поэмалар/ Лилиә Һаҡмар.-Өфө: Китап,2017.-200 с.: портр.-16+

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт шағиры, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмарҙың «Матур йәшәй белеү – батырлыҡ» исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе һәм ул тиҙҙән һатыуға сыға. Шағирәнең был китабына «Ҡар өҫтөндәге сабый», «Боланҡай» исемле поэмалары, «Башҡорт йыры – тере шишмә» тип аталған эпик шиғыры һәм төрлө йылдарҙа яҙылған бик күп шиғырҙары тупланған. Әҫәрҙәрендә авторҙың лирик геройы ҡапма – ҡаршылыҡлы һорауҙарға яуап эҙләй, ерҙә кәрәкле кеше, шәхес булып йәшәү өсөн ниндәй сифаттарҙы үҙ итергә икәнен самалай. 
Шиғырҙары йөкмәткеһе буйынса төп өс өлөшкә бүленгән. Тәүге өлөшөндә шағирәне йәшәү, ғүмер, яҙмыш, кешелек, бәхет кеүек мәңгелек һорауҙар борсой, икенсеһендә ул тыуған иленә, тыуған еренә, Башҡортостанға, тыуған ауылы Йомашҡа (Баймаҡ районы), Һаҡмар йылғаһына, Өфөгә, туған теленә, ата – әсәһенә булған һөйөүен белдерә, ауылдаштары менән ғорурлыҡ кисерә, ә өсөнсөһөндә күберәк егет менән ҡыҙ араһындағы мөхәббәт, тәбиғәтте, донъяны яратыу хаҡында яҙа.

Книга поступила во все библиотеки