«

»

Янв 23 2018

Сәлихова З. Атай абруйы

Сәлихова, Зөлфиә

Атай абруйы: хикәйәләр, новеллалар, хәтирәләр/ Зөлфиә Сәлихова.-Өфө: Китап,2017.-136 с.: ил.-12+

«Атай абруйы» китабына хикәйәләре, новеллалары, хәтирәләре ингән. Хикәйәләрендә авторҙы ата менән ул, әсә менән ҡыҙ, кейәү менән кәләш араһындағы мөнәсәбәттәр ҡыҙыҡһындыра, заман башҡа заң башҡа тигәндәй, хәҙерге көн проблемалары, йәштәрҙең, йәғни кейәү менән кәләштең үҙ-ара ғаилә ҡороуы, ғаилә ҡорғас йәшәп китеүҙәре уйландыра, хәтирәләрендә иһә атаһы, Бибикамал өләсәһе, Бөйө Ватан һуғышының башынан алып аҙағынаса ҡатнашҡан яугир-фронтовик Ғизитдин олатаһы тураһында һоҡланып яҙа, новеллаларында күберәк мөхәббәт, йәшәйеш, яҡшылыҡ менән яманлыҡ, изгелек менән яуызлыҡ кеүек мәңгелек темалар тупланған. Йәш яҙыусы һәр әҫәренең үҙәгенә тиерлек «атай» образын индерә, уға мәҙхиә йырлай, шуға күрә китабының исемен дә «Атай абруйы» тип атай.

Книга поступила в Байгильдинскую, Новокулевскую, Павловскую сельские модельные, Башшидинскую, Новосубаевскую, Старокулевскую, Укарлинскую, Староисаевскую, Старобирючевскую сельские и центральную библиотеки.