«

»

Янв 23 2018

Зәйнетдинова Р. Килен шәле

Зәйнетдинова, Рәзинә

Килен шәле: хикәйәләр/Рәзинә Зәйнетдинова.- Өфө: Китап,2017.-88 с.:ил.-(Йәштәр тауышы)

«Килен шәле» китабында күберәк социаль-психологик пландағы хикәйәләр өҫтөнлөк итһә лә, геройҙар тормош ығы-зығыларына бирешмәй, йәшәйеш, мөхәббәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйлана. Ә өлкән йәштәге мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән әҫәрҙәре тәрбиәүи яҡтан күтәрелгән проблемалары менән әһәмиәтле.
Бәләкәйҙән әҙәбиәткә ғашиҡ ҡыҙ 2001 йылда республика кимәлендә үткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында үҙе яҙған ҡобайыр менән сығыш яһап, II урын яулай. Ғафури районында Гөлнур Яҡупова ойоштарған “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһенең лауреаты. Урта мәктәпте тыуған ауылында ( Ғафури районы Юлыҡ ауылы) тамамлағас, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетында уҡый. “Ашҡаҙар” ижади түңәрәгендә шөғөлләнә. ҡулына диплом алғас, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында, “Һәләтле балалар ижады үҙәге”ндә эшләй.  Студент сағынан “Табын”, “Йәншишмә” гәзиттәренә яҙыша. 2015 йылда «Йәншишмә” гәзите лауреаты.

Книга поступила в Байгильдинскую, Новокулевскую,Павловскую сельские модельные, Башшидинскую, Бикмурзинскую, Новобирючевскую, Новосубаевскую, Старокулевскую, Укарлинскую, Староисаевскую, Старобирючевскую сельские и центральную библиотеки