«

»

Июл 11 2017

«Башҡортостан ҡыҙы» журналына – 50!»

Журнал 2018 йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы «Башҡортостан ҡыҙы»на – 50!» исемле бәйге иғлан ителә. Баҫма тарихына арналған публицистик мәҡәлә, шиғыр, журнал менән бәйле үҙенсәлекле хәтирәләр – өс төрлө жанрға ҡараған ижади эштәрҙең иң бай йөкмәткелеһе, иң шәбе «Башҡортостан ҡыҙы» биттәрендә донъя күрәсәк. Һәр жанр буйынса өсәр еңеүсе билдәләнәсәк һәм улар, оло юбилей тантанаһына саҡырылып, республикабыҙҙың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.

Конкурсҡа эштәр 31 декабргә тиклем ҡабул ителә. Яҙмаларҙың күләме 1,5 интервал менән компьютерҙа баҫылған 5 биттән артмаҫҡа (яҡынса 7 мең билдә) тейеш.

Уларҙы электрон йәки ҡағыҙ вариантта түбәндәге адрес буйынса ебәреүегеҙ һорала: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7-се ҡат, «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы, е-mail: [email protected]
Еңеүселәрҙең барыһын да бүләктәр көтә!
http://башкортостанкызы.рф/ijadi-maizan/1040-bashorto..