« Предыдущая запись

»

Фев 04 2019

Сиражи Муса. Жәй бабай

Сиражи, Муса. Жәй бабай [Текст]: шигырьләр һәм табышмаклар/ Муса Сиражи. – Уфа: Китап, 2018. – 60 бит.

            6+

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн яңы китап донъя күрҙе.
Күренекле шағир, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Муса Сиражи үҙенең әҫәрҙәрендә тыуған еребеҙгә мөхәббәт хисе тәрбәләй.
Автор донъяны балаларса ҡабул итә белә, әйләнә-тирәне нәҡ улар күргәнсә күрһәтә. Шиғырҙарҙың байтағы күңелле шаярыу, еңелсә юмор менән һуғарылған. Йыйынтыҡтағы йомаҡтарға ла хас был сифат. Шиғыр менән яҙылған ул үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙә, беренсенән, баланың дөйөм аң-зиһене үҫтерелһә, икенсенән, йомаҡ талап иткән кәрәкле рифманы табыу йәһәтенән дә уның тапҡырлығы, һәләте һанала.;