«

»

Апр 02 2018

Ғайсарова-Ғиззәтуллина Г.М. Һөйөүем доғаһы

Ғайсарова-Ғиззәтуллина Г.М. Һөйөүем доғаһы: повесть,хикәйәләр/Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтәллина;[рәс. А.Ә.Василов].-Өфө:Китап, 2017.-284 с.: портр.-16+
«Мөхәббәт – ул тормош, тормош – ул мөхәббәт», ти француз мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр тормоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә, тик уны күрергә һәм аңларға һәләтебеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона, шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡҡоланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә тонсоға.
Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар – был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле.
Книга поступила в Байгильдинскую, Новокулевскую сельские модельные, Новосубаевскую, Старокулевскую, Староисаевскую сельские и центральную библиотеки