Мөсифуллин, Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы
Ҡурай иле:[шиғри әкиәттәр, әкиәттәр]/Мөҙәрис Мөсифуллин;[Рәссамы Зилә Кәримова].-Өфө: Китап.2017.-160 б.:төҫлө һур.
Мөҙәрис Мөсифуллиндың “Ҡурай иле” йыйынтығына индерелгән шиғри әкиәттәре һәм башҡа әҫәрҙәре һуңғы ваҡыттарҙа яҙылған әкиәттәрҙән төҙөлгән.
Яңы йыйынтыҡ тәүҙә хикәйәләү характерындағы сюжетлы шиғри әҫәрҙәрҙән тора. Ижадына хас конкрет һүрәтләүҙе яҙыусы һәр әкиәттең поэтик төҫмөрө ярҙамында төпкәрәк йәшерә. Әкиәт жанры аша ситуация шартлылығын һиҙҙерә (“Ялтыртәңкә менән Шаҙрабикә”), боронғо легенда һәм фольклор стиленә мөрәжәғәт итә (“Батша ҡыҙы менән көтөүсе”, “Ҡаһир батша”, “Ханзада мажаралары” һ.б.). Йыйынтыҡҡа ингән һәр әҫәрҙең йөкмәткеһе ысынбарлыҡҡа, йәғни йәшәйешкә, яҡын тора.
Книга поступила в Байгильдинскую, Новокулевскую. Павловскую,Красноключевскую,Первомайскую сельские модельные, Башшидинскую, Бикмурзинкую, Нимисляровскую, Новобирючевскую,Новосубаевскую, Старокулевскую, Укарлинскую,Староисаевскую,Старобирючевскую, Сарвинскую сельские и детскую библиотеки