«

»

Дек 20 2017

“Бөйөк милләт шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады”, әҙәби кисә Яңы Субай ауыл китапханаһында үтте

14 декабрҙә Яңы Субай ауыл китапханаһы, башҡорт теле уҡытыусыһы менән бергә, “Бөйөк милләт шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады” исемле, шағирҙың тыуған көнөнә арналған, әҙәби кисә үткәрҙе.

“Башҡорт, ҡаҙаҡ, татар халҡы араһында йәшәп, уларға үҙенең шиғырҙарын һөйләгән, поэтик ярыштарҙа ҡатнашҡан… Халыҡ араһында шағир, аҡ күңелле, ғәҙел уҡытыусы –мулла булып танылған. Шуға халыҡ уға Аҡмулла тип исем ҡушҡан…” Кисәлә, Сәриә Мансур ҡыҙы, шағирҙың тормош юлы менән таныштырып үтте, 6-9 сы синыф уҡыусылары шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.


Автор; китапханаҫы И.Я. Киреева