Ғарипова,Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы
Әҫәрҙәр=Сочинения/Таңсулпан Ғарипова.-Өфө:Китап,2017
1т.:роман,хикәйәләр,драма,очерктар.-2017.-448 б.:ил
Күренекле прозаик, драматург һәм публицист, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың күркәм юбилейына Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте әҙибәнең “Әҫәрҙәр” исемле китабын баҫтырып сығарҙы. Был китапҡа мәшһүр “Бөйрәкәй” пенталогияһының беренсе өлөшө, ижадының башланғыс осоронда яҙған хикәйәләре, егерменсе быуаттың һикһәненсе йылдарында, ямғыр алдынан күтәрелгән дауыл кеүек, үҙгәртеп ҡороуҙар яҡынлашыуын, авторитар режимдың үҙен үҙе һәләкәткә этәреүен бөтә нескәлектәрендә тасуирлаған “Аҡ тирәк” драмаһы, шулай уҡ замандаштары хаҡындағы очерктары, ижади портреттары һәм халыҡ, кеше яҙмышы тураһында тәрән борсолоу менән яҙылған, үткер проблемалар күтәргән мәҡәләләре тупланған.
Книга поступила в Новокулевскую, Павловскую сельские модельные, Старокулевскую сельскую и центральную библиотеки