«

»

Мар 05 2022

“Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана”

Бишенсе март көндө, үҙәк китапханала, яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, ойоп ятҡан йөрәктәребеҙҙе елкендереп яҙ килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләр өсөн “Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана” исемле сара үтте.

Был сарала саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ төрлө һорауҙарға яуап биреп,үҙҙәре әҙерләгән йыр һәм таҡмаҡтар менән күңелдәргә дәрт өҫтәне.Сараның аҙағында ветерандар төркөмө етәксеһе Хамматова Долорес

Нуриәхмәт ҡыҙы байрам менэн ҡотлап рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Һөйөклө әсәйҙәр, хәстәрлекле апай-һеңлеләр, тоғро ҡатындар, изге күңелле өләсәйҙәр, ярҙамсыл әхирәттәр! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә етеп килгән яҙҙың һоҡланғыс байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлап барығыҙға ла оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек,тыныс,матур тормош, шатлыҡлы, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.